[Главная] [О школе] [Учителя школы] [Новости школы] [Наш край] [Выпускники школы] [Документация школы]
  Rambler Dnevnik.ru

Дыуан-Мәсетле участка дауаханаһы тарихы.


Больница бинаһы

Материалдарҙы әҙерләне һәм нәшер итте Минникәева Гөлнара.

Хәҙерге Дыуан-Мәсетле участка дауаханаһына 1938 йылда нигеҙ һалынған. Тәүҙә ул амбулатория һәм 6 урынлыҡ бала тыуҙырыу бүлектәренән тора. Ул хәҙерге Зәбихуллин Рифат йәшәгән өй урынында була.

1947 йылда стационар бүлеге асыла. Ул хәҙерге мәктәп ҡаршыһындағы ветлечебница бинаһында урынлашҡан була. Амбулатория айырым бинала була (элегерәк ул өйҙә Байрамғолова Динә апай йәшәй ине). Унда фельдшер Басырова Фазила апай етәкселек итә.

Больницаның тәүге көндәренән үк Кәбирова Әминә апай фельдшер булып эшләй. Әминә апай 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына. 1945 йылда һуғыштан ҡайтҡас дауаханала эшләүен дауам итә. Үҙ һөнәренең оҫтаһы Әминә апайға бик күп эштәр башҡарырға тура килә: ауырыуҙарҙы дауалай, укол эшләй, дарыухананың етәксеһе була. Мәсәғүттән дарыуҙар алып ҡайтыу, уларҙы әҙерләү һәм халыҡҡа һатыу - барыһы ла уның өҫтөндә була.

1946 йылда сәсәк ауырыуы тарала. Ғилметдинова Ғәлимә оспопрививательница булып эшкә килә. 3 айлыҡтан башлап мәктәпкәсә йәшкә тиклем һәм мәктәп йәшендәге балаларға сәсәк ауырыуына ҡаршы прививка яһайҙар.

1947-48 йылдар - тиф ауырыуына ҡаршы көрәш йылдары.

1948 йылда трахома ауырыуы тарала. Ғилметдинова Ғәлимә һәм Зәйнуллина Роза апайҙар 6 айлыҡ курс тамамлап трахома ауырыуын дауалайҙар, был күҙ ауырыуы 1958 йылда ғына бөтөрөлә.

1958 йылда дауахана Йыланыш ауылына ветлечебница бинаһына күсерелә. 25 урынлыҡ стационар һәм 6 урынлыҡ бала тыуҙырыу бүлексәһе була, ә амбулатория юл аша айырым бинала урынлаша. 1977 йылдың ноябрендә дауахана Дыуан-Мәсетле ауылына, хәҙерге бинаға күсә.

Элек дауаханала эшләүсе апай-ағайҙарға бик ауырға тура килә. Ағас бинала бер ниндәй ҙә шарттар булмай. Шприцтарҙы, инструменттарҙы ҡайнатып стерилизациялайҙар. Биналар мейескә яғып йылытыла, һыуҙы Әй йылғаһынын ат менән ташыйҙар. Утынды больница работниктары үҙҙәре урмандан ҡул менән бысып әҙерләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта колхоз эштәренән дә ситтә ҡалмайҙар. Шәмбе өмәләрендә мал аҙығы әҙерләүҙә, уңыш йыйыу мәлендә ырҙын табағындағы эштәрҙә актив ҡатнашалар. Бынын тыш һәр береһенең ғаиләһе, йорт-ҡураһы, мал-тыуары бар.

Элек эшләгән апай-ағайҙарҙы һеҙ фотоларҙа күрәһегеҙ.

Үкенескә ҡаршы дауахананың үткәне хаҡында документтар бик аҙ һаҡланған һәм беҙ был мәғлүмәттәрҙе дауаханала элек эшләп сыҡҡан апай-әбейҙәрҙән һорашып яҙҙыҡ. Фотолар дауаханала оҙаҡ йылдар санитарка булып эшләгән Бәҙретдинова Мәймүнә апайҙың ғаилә альбомынан алынды. Киләсәктә документтарҙы тулыландырырбыҙ тип ышанабыҙ. Әгәр ярҙам итеүселәр булһа, беҙ бик шат булырбыҙ.

Төрлө йылдарҙа Дыуан-Мәсетле дауаханаһында эшләүсе табибтар:

1948-49 йылдар - Кәримова Әлфиә Харис ҡыҙы;
1955-56 йылдар - Ғөбәйҙуллина Флүрә Сәйфетдин ҡыҙы;
1957-63 йылдар - Ғиниәтов Һиҙиәт (фельдшер);
1963-65 йылдар - Әғзәмов Рәиф Кәшәф улы;
1965-66 йылдар - Дикарев Владимир Михайлович;
1968 йылдар - Заһиҙуллин Әғзәм Ғәйфулла улы. Сығышы менән Айып ауылынан. Шул йылдарҙа дауаханаға иҫке генә тәүге машина бирелә.
1967-70 йылдар - Жарков Леонид Михайлович;
1971-73 йылдар - Раянова Рима Вәсил ҡыҙы;
1974-75 йылдар - Чусов Павел Михайлович, сығышы менән Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан;
1975-84 йылдар - Бикова Ғәлиә Әхмәҙи ҡыҙы;
1985-88 йылдар - Хәкимова Лилиана Сәлим ҡыҙы (Малаяҙҙан);
1988-90 йылдар - Липин Николай Васильевич;
1990 йылдан башлап бөгөнгө көнгә тиклем - Бикова Ғәлиә Әхмәҙи ҡыҙы.

Хәҙерге көндә Дыуан-Мәсетле участка дауаханаһы: амбулатория һәм 25 урынлыҡ стационар типовой бинала урынлашҡан. Больница газ менән йылытыла, һыу үткәрелгән, бинаға капиталь ремонт үткәрелгән. Больницала физиотерапия кабинеты, массаж, лаборатория, процедуралар кабинеты, врачтың ҡабул итеү бүлмәһе, стоматолог кабинеты, патронаж бүлмәһе, акушерка кабинеты эшләй.

Дыуан-Мәсетле участка дарыуханаһы 3460 кешене, йәғни 3 ауыл советы биләмәләрен хеҙмәтләндерә: Дыуан-Мәсетле, Яңы Мишәр һәм Яуыш ауыл советы биләмәләре.

Дыуан-Мәсетле дауаханаһы участкаһында 2 урта мәктәп, 1 тулы булмаған урта мәктәп, 1 башланғыс мәктәп, 5 балалар баҡсаһы, 7 фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан.

Бөгөнгө көндә Дыуан-Мәсетле дауаханаһында эшләйҙәр - юғары квалификациялы врач, баш табип Бикова Ғәлиә Әхмәҙи ҡыҙы, беренсе категориялы врач стоматолог Минникәева Гөлнара Рәис ҡыҙы, өлкән медсестра Ғәлимова Мәрйәм Юныс ҡыҙы, фельдшер Ғәлимова Мәсҡүҙә, акушерка Хужина Рәфилә, массаж яһаусы-медсестра Байрамғолова Рәмзиә, лаборант Моратшина Гөлсинә, процедуралар кабинеты медсестраһы Әхмәтйәрова Әлфиә, тәжрибәле медсестралар Ҡылысбаева Фая, Байрамғолова Лариса, патронаж медсестра Фазылова Гөлнара, санитаркалар, ашнаҡсылар, хужалыҡ эшен башҡарыусылар, кер йыуыусылар, водитель, ҡарауылсылар.

Яңы Мишәр, Яуыш, Иҫке Мишәр, Йыланыш, Туҡбай, Бурансы, Ғүмәр ауылдарында халыҡты тәжрибәле, абруйлы фельдшерҙар хеҙмәтләндерәләр.


Врач Бикова Ғ.Ә. ауырыуҙарҙы ҡабул итә

1972-се йыл

1973-сө йыл

1973-сө йыл

1974-се йыл

1978-се йыл

1980-се йыл

1986-сы йыл

1994-се йыл

2006-сы йыл