Башҡорт теле аҙналығы


13-18 ноябрҙә Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә 1-10 сы кластар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үткәрелде. Программа каникулдан алда уҡ иғлан ителгән ине. Бөтә уҡыусылар ҙа бик ентекле әҙерләнделәр.
14.11.07 “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”, 5-7 кластар диктант яҙҙылар. Был ярышта 5-се кластан Ғәйнуллина Гөлнур, Алхайдарова Гөлназ, Хәсәнова Айгөл еңеп сыҡтылар.
“Башҡортостанымды данлайым” шиғыр һөйләүселәр конкурсы ике төркөмгә бүлеп уҙғарылды: 2-4-се кластар араһында Алхайдарова Аделина, Мөхәмәтова Фирҙәүес, Әбдүлмәнов Фәнүр, Bәхитова Алина (4-се класс уҡыусылары), Иштуғанов Рамазан, Мөбәрәкшина Розалина, Абдрахманова Йәмилә (3-сө класс) һәм Таныстанов Арслан менән Абдуллина Дарина (2-се класс) тасури һөйләүҙәре менән айырылып торҙолар. Ә инде икенсе төркөмдә (5-10-сы класс) Фазылова Камила (6 кл) 1-се урын, Hафиков Рифат 2-се, Ғәлиханова Айһылыу (9-сы кл) 3-сө урын алдылар. Ә гран призға 9-сы класс уҡыусыһы Ханнанов Айсыуаҡ лайыҡ булды.
“Минең яратҡан яҙыусым” стенгазеталар конкурсында бөтә кластар ҙа маҡтауға лайыҡ булдылар.
“Гүзәл илем-Башҡортостан” һүрәттәр күргәҙмәһендә 6-сы класс уҡыусыларына етеүсе булманы.
“Борон-борон заманда...”(2-4 кл) әкиәттәр һөйләү конкурсында уҡыусылар бик әүҙем ҡатнаштылар. Алхайдарова Аделина һәм Мөхәмәҙиева Илгинәгә етеүселәр булманы. Улар бәйгенең еңеүселәре булдылар.
Шулай уҡ 5-7-се кластарҙа “Башҡотостанымды данлайым” исемле ШТК уҙғарылды. Бында 6-сы класс беренсе, 5-се класс икенсе, ә етенселәр өсөнсө урын алдылар. Ә өлкән кластар араһында уҙғарылған ШТК беренсе урын 10-сы класс уҡыусыларында, икенсе урын 9-сы класс, ә өсөнсө урынға 8-се класс уҡыусылары лайыҡ булдылар. Кисә бер драма әҫәрен сәхнәләштереү менән тамамланды. Бында бөтә уҡыусылар ҙа әүҙемлек күрһәттеләр һәм тырышып сығыш яһанылар. Был конкурстарҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлихова Флорида Һиҙиәт ҡыҙы ойошторҙо. Бөтә еңеүселәргә лә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Аҙналыҡтан күренештәр