Кирегә Шәжәрә битенә ҡайтыу

Әйле ырыуы аймаҡтары


Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы Абдуллина-Мирхәйева. Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар география уҡытып, тыуған яҡты өйрәнеү музейын етәкләгән. Уҡыусылар менән берлектә төнъяҡ-көнсығыш райондарының тарихын, унда йәшәгән халыҡтың тормош-көнкүрешен ентекләп өйрәнеп, бай материалдар туплап, китаптар баҫтырған, газета-журналдарға мәҡәләләр яҙған. Хәҙерге ваҡытта Өфөлә йәшәй. Был мәҡәлә 1994 йылда «Башҡортостан» газетаһында донъя күрҙе.

Башкортостандың төньяк-көнсығышында, зифа буйлы аҡ ҡайындар менән ҡапланған, төрлө бейеклектәге тауҙар араһынан аҡҡан Әй, Йуруҙән, Ыйыҡ йылғалары буйында Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Салауат, Балаҡатай райондары ауылдары урынлашҡан.

Был райондарҙың төп халҡы Мырҙалар, Ҡаратаулы, Тубәләҫ, Ҡатай, Һарт, Өпәй ырыуҙарынан тора. Улар уҙ-ара кәңәшләшеп, ярҙамлашып, туғанлашып, килешеп йәшәнеләр ~ һәм йәшәйҙәр.

Әйлеләр аймағы кешеләре — Әбдрәзәк, Лапаҫ, Иҙрис, Лағыр, Торналы, Яҙғы Йорт, Ташауыл (Ҡыйғыла), Балаҡатай районында Урғалы, Хәйбәт, Әбсәләм, Ҡәҙер ауылдарында йәшәй.

Өпәй аймағыныҡылар Мәсетле районының Теләш, Ишәле, Тәкә ауылдарында ҡалған. 1917 йылғы революциянан һуң күп ауылдар Силәбе, Свердловск өлкәләрендә ҡалды.

Балаҡатай аймаҡтары: Үтәш, Билән, Кәрекәй, Масҡара, Апут, Ҡәйүп ауылдарында.

Ҡаратаулы аймаҡтары – Салауат районында Йүрүҙән буйындағы Бишәүҙәр, Арҡауыл, Яңы Ҡаратаулыла;

Мырҙалар аймағы — Салауат районының Ахун, Мәсетле, Һарғамыш, Илтәй, Мөсәт, Иҙелбай, Күсәләр, Мәхмүт ауылдарында;

Тубәләҫ аймағы — Салауат районының Тирмән, Урмансы, Ҡалмаҡҡул, Ҡалмыҡтар, Баш Илсекәй ауылдарында;

Күҙәй аймағы кешеләре Салауат районының Әлкә, Иҙрис, Йонос, Ишембай, Яхъя, Малаяҙ, Юлай, Ҡыҙыл Ялан ауылдарында йәшәй.

Дыуан районы Мәрйәмгүл ауылында табылған шәжәрә буйынса Һарт аймағы башҡорттары Урал тауҙарындағы Учалы районына, Мейәс йылғаһы үҙәндәренә Ур­та Азиянан күсеп ултырғандар. Бер аҙ ваҡыт үткәс, аймаҡ Әй буйҙарына килеп урынлашҡан тип күрһәтелә. Был ауыл­дарҙа хәҙер алты ғына түгел, ә ун ете ай­маҡ иҫәпләнә.

Халыҡта Һарт-әйлеләрҙең ата-бабала­ры Арал күле артында йәшәгән ваҡытта­рында юғалған һарыҡ көтөүҙәрен эҙләп йөрөгәндә яҡшы көтөүлектәргә бай булған Уралға килеп сыҡҡандар ҙа, шул ерҙе оҡшатып, алты туған Әй, Әнъяҡ буйҙары­на килеп ултырғандар икән, тип һөйләйҙәр.

Әйле ырыуына ингән Ҡошсо аймағы ла, Табын ырыуынан айырылып, Әй буйҙарында Һабанаҡ, Мәләкәҫ, Борғатъя, Ләмәҙтамаҡ, Ҡотош, Салйоғот (Һалйоғот), Ҡыҙылбай, Ҡорғат, Әжекәй ауылдарына нигеҙ һалған. Был ауылдарҙың күптәрендә Төлкө, Аҡай, Ҡуян, Мәтәй, Туғыҙ, Буранғол нәҫелдәре бар.

Табын ырыуында бер-береһе менән этник яҡтан бәйләнгән Һунарсы, Ҡошсо, Балыҡсы аймаҡтары бар. Ҡуян, көсөк, бесәй, төлкө, һыйыр, айғыръял, тәкә, алагүҙ һымаҡ хайуан исемдәре менән йөрөтөлгән ауылдар, аймаҡтар, нәҫелдәрҙең булыуы, әле, VI- VIII – быуаттарҙа уҡ, йәғни ХIII быуаттарҙа Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем, башҡорттарҙың ауылдар төҙөп йәшәгәнлектәрен, шул уҡ ваҡытта уларҙың тотемистик ҡарашта булыуҙарын да иҫбатлай.

922 йылда Бағдад хәлифәлеге илсеһе Ибн-Фаҙлан да: «Башҡорттар тәбиғәт күренештәренә үҙҙәренең аллаһы итеп ҡарайҙар», — тип яҙып ҡалдыра.

Хайуан, ҡош, тәбиғәт күренештәре исемдәрен ауылға ғына түгел, яңы тыуған кешегә лә биреү, тәбиғәткә инаныу-табыныу, тәбиғәтте аллалаштырыу тураһында һөйләй. Мәҫәлән, Айсыуаҡ. Таңатар, Ҡошдәүләт, Һарыса, Буранбай, Томансы, Айһылыу, Көнһылыу һымаҡ кеше исемдәрен әле лә осратабыҙ.

Ҡояш, ай, ер, һыу, йәй, көҙ, ҡыш, яҙ, ел, ямғыр, ағас, таш, тау, урман һымаҡтарҙың һәр береһенең үҙ аллаһы (эйәһе) булып, бөтәһе менән, шул иҫәптән, кеше менән дә ҙур хужа — ҙур алла — (Тәңре, Хоҙай) идара итә. Ке­шеләр һәм ауылдарға бирелгән хайуан­ дар, тәбиғәт күренештәре исемдәре лә башҡорттарҙың элек тотемистик ҡарашта булыуҙарын иҫбатлай.

Хәҙерге ауылдарҙың икенсе атамалары, уларҙың элекке исеме булырға тейеш. Мәҫәлән, Һабанаҡты — Эт-көсөк, Һөләймәнде — Һыйыр, Тайышты — Кәзә, Йосоп ауылын — Шүрәле, Һалйоғотто — Ҡарға, Әпшәндене Һайыҫҡан тиҙәр. Өпәйҙөр йәшәгән Теләш, Ишәле менән йәнәшә Тәкә ауылы ла бар. Әйле ырыуының Дыуан аймағына ингән Туҡбайҙы Кәшкейек тип йөрөтөүҙәре уның тәбиғи байлығына бәйләнгәндер. Күрәһең, йылға буйы, үҙәндәре, тауҙарындағы шыршы, ҡарағай, ҡайын урмандары кешкә, айыу, бүре, төлкө һымаҡ кейектәргә бик бай булған, шуға ла башта уның ерҙәрен, йылғаһын, һуңынан ауылын да Кешкейек ауылы тип әйткәндәрҙер. Хәҙер беҙ Кәшкейәк тип, урыҫтар «Кушкаяк», тип йөрөтә.

Бурансы ауылын "һаҡауҙар" ауылы тип йөрөтөүҙәрен 1952 йылдарҙа Бикмөхәмәтов Әлмөхәмәт менән Ҡасимйәнов Фазлыәхмәт бабайҙар, имеш, Бурансы ҡарт юл буйлап һыбай китеп барғанда малын юғалтҡан сит ауыл кешеһенең: "Минең малымды осратманығыҙмы?" — тип һорауына, эйәрендәге мендәрҙәренән бер ҡаҙ йөнө алып, теге кешенең малы киткән яҡҡа өрөп ебәргән. Теге кеше был ҡартты һаҡау тип уйлаған һәм шул ваҡыттан башлап ауылды ла һаҡауҙар ауылы тип атай башлағандар икән, тип һөйләйҙәр.

Ҡаранай ауылын ни өсөн «Һәкәттәр» тип йөрөтөүҙәре тураһында ла бабайҙар һөйләүенсә, имеш, Ҡаранай ҡарт һунарға сығырға торғанында эйәренә менә алмай торған. Шул саҡ йор һүҙле иптәштәре: «Һәкә, тиҙерәк мин атыңа!» - тигәндәр. Шунан һуң халыҡ ҡартты ғына түгел, бөтә ауылды ла «Һәкәттәр» тип йөрөтә башлаған.

Яуыш ауылын «Күк йүргәк» тип йөрөтөүҙәрен 1961 йыпда 81 йәшлек Рәхмәтулла бабай: «Был ауылға иң беренсе булып Яуыш исемле кеше ултырған. Ул 10-15 көнлөк кенә сағында күк йүргәккә төрөлгән килеш, инәһеҙ-атаһыҙ һуғыш яланында ятып ҡалған бала була. Уны алып үҫтерәләр, исемде лә Яуыш (яу улы) тип ҡушалар. Шул уҡ ваҡытта күк йүргәген дә онотмайынса, ҡушамат итеп ҡалдыралар» — тип һөйләгәйне.

Ырыу аҡһаҡалдары яҙып ҡалдырған шәжәрәләргә ҡарағанда, Әй ырыуындағы иң ҙур аймаҡтарҙың береһе булғап Дыуан аймағын да ҡошсо­лар һымаҡ Табын ырыуынан айырылған тип уйларға урын бар. Мәҫәлән, быны 1957 йылда Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауылында Ғәле Бирҙиндән алынған шәжәрәнән дә белеп була. 1837 йылда үлгән Тажетдин Ялсығол тарафынан яҙыла башлаған һәм 1912 йылда Минлекүл Ғәбделнасир яҙып 6өтөргән был шәжәрәлә Әйле башҡорттары Ҡошсо (Мәләкәҫ, Борғатья, Һабанаҡ, Әбдрәхим, Тарыкилде, Һөләймән, Ләмәҙтамаҡ, Ҡотоштар), Дыуан, Ҡаратаулы, Түбәләҫ, Һарт аймаҡтарынан тора. Улар IX быуатҡа тиклем үк Әй, Йөрүҙән буйҙарында төпләнгән тип әйтелә.

Унда шулай уҡ Субра исемле кешенең Юлбуға тигән улы, Майҡы тигән ҡыҙы булып, уның улы Туҡсаба бей булған. Унан Ҡусөйәр бей, унан — Шәкүрәли бей, унан – Күрбәс бей, унан Жандыуан, унан — Ҡотлоюл, унан Дыуан тыуған тип күрһәтелә.

1895 йылда Бишҡайын ауылында Ишхужин Бәҙретдин тарафынан яҙылып, Мәхмүт ауылында табылған шәжәрәлә Юлбуға улы Тутса нәҫелдәре Иҫәндәүләт — Туҡбулат — Туҡраҡ — Туҡсура — Ямат һәм Юлҡотло — Әй йылғаһы буйҙарында, ә Юлбуғаның икенсе улы Имса нәҙелдәре – Юлҡотло, Мунай – Ҡолой, Туҡас – Тубыш – Этембай - Кинжә - Кинжәғол — Рәхимғол - Батырша — Йөрүҙән йылғаһы буйына урынлашҡан тип әйтелә.

Хәҙерге Дыуан аймағы халҡы башта Ағиҙел ярында, Бөрөнән 25 килэметр көньяҡтараҡ Дыуанай ауылында йәшәгән, һуңынан Ҡариҙелдең һул ярына сығып, Дыуанға (хәҙер был 2 ауылда ла урыҫтар йәшәй) нигеҙ һалған. Артабан төпләнгән ерҙәрен ҡалдырып, хәҙерге урынға — Әй ярына күсеп ултырғандар. Ауылдарына, мәсет тә һалып ебәргәс, ул Дыуан-Мәсетле булып киткән.

1920-1925 йылдарҙа Дыуан-Мәсетлелә фельдшер, һуңынан уҡытыусы, директор булып эшләгән ваҡытында ҡулдан-ҡулға күсерелеп йөрөтөлгән бер шәжәрәне та­бып, Таһир ағай Байышев ғәрәп графи­каһынан башкортсаға әйләндергән. Ә 1958 йылдарҙа уны тағы ла ипкә килте­реп, таныштарына, 1977 йылда Йосопов Фәтҡулла ағай аша беҙҙең музейға ла бирҙе (был дата икеле, сөнки, билдәле булыуынса, Таһир Байышев 1974 йылда вафат булған). 1954 йылда Мәсетлелә Шәрипов Жәләлетдип бабайҙан ашъяулыҡ ҙурлығындағы һарғылт ҡағыҙға яҙылған Мәсетле шәжәрәһен алып, математика уҡытыусыһы Нурыев Ризаның әсәһенән уҡытып, башҡортсаға күсерҙем. Ләкин ул да Таһир ағай күсереп алған шул уҡ Мәсетле шәжәрәһе икән.

Был шәжәрәлә бирелгән тоҡомдарҙың төп бабалары итеп ике кеше — Ҡарамыш менән Батыр күрһәтелгән.

I Ҡарамыштан — Сүнсәләй. Ә Сүнсәләйҙән алты ул тыуған:
1. Аҡбай — Ясин, Иҫәбай ауылдары атаһы (Аҡбайҙа урыҫтар йәшәй).
2. Аҡбулат — Дыуан-Мәсетле, Ғүмәр ауылдары атаһы. Аҡбулат – Ураҙ – Ҡылысбай – Ғүмәр – Ғосман – Исмәғил кантон Бәхтиәр – Сәтей – Алдар – Уразғол – Ғәлиулла - Сибәғәтулла.
3. Бирҙекәй — Йосоп ауылы атаһы.
4. Тимербулат — Ҡаранай, Туҡбай, Әпшән ауылдары атаһы.
5. Бикбулат – Бурансы (Мәнан) ауылы атаһы.
6. Кинйәбулат – Исмәғил ауылы атаһы.

II Батырҙан Үтәмеш тыуа, Үтәмештең өс улы була:
1. Сарбулат – Мишәр ауылы атаһы.
2. Сынбулат – Яңыбай ауылы атаһы. Нәҫеле: Араҡай – Миндийәр – Миҙәт.
3. Жейәнбай – Күсәбирҙе – Ҡарабай (Аҡҡын ауылы атаһы) – Мандар – Байраз (Тайыш ауылы атаһы).

Төрпкилде, Яуыш, Мәсәк, Абзай, Ҡабыл (Алагүҙ), Көртәм ауылдарының да ата-бабалары итеп Жейәнбайҙың уландары күрһәтелә.

Ауылдар төҙөгәндә һәр аймаҡ үҙенең эргәһенән һуңынан да йорттар һалырлыҡ иркенерәк урындарҙы ҡарап ултырған. Мәҫәлән: Дыуан-Мәсетле ауылының көньяғында Азаматтар Монасип-Танаҡай аймағы менән аралашып ултырған. Ауылдың төньяғында Таҙ-Дыуан менән Ҡылысбайҙар нигеҙләнгән. Ләмәҙтамаҡ ауылында ла Аҡай, Туғыҙ аймаҡтарының үҙҙәре йорттар һалырлыҡ мөмкинлектәре бaр. Шул уҡ Мәтәй, Туғыҙ һәм Аҡай аймакта­ры Мәләкәҫтә лә йәшәй.

Арый ауылында Шаим, Тәкеш ай­маҡтары бер-береһенән ярайһы уҡ айыры­лып ултырған.

Элек бер төрлө аймаҡтан торған ауыл­дар араһында ҡыҙ бирешеү һис тә бул­маған. Мәҫәлән, Ләмәҙтамаҡ менән Мәләкәҫ, Үтәш менән Билән халҡы араһында ла аймаҡтары тура килмәһә генә ҡоҙа-ҡоҙағый булышҡандар. Ҡабылдар 50-60 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Тайыш, Аҡҡын йәки Лағыр ауылдарынан, мәсетлеләр Ләмәҙтамаҡ, Һабанаҡ, Арый яҡтарынан ҡыҙ алған, үҙҙәре лә шул яҡҡа ғына биргән.

Һуңғы XIX—XX быуаттарҙа ҡыҙ алыу-биреү ауыл эсендә булһа ла. Туғанлыҡтары ете быуындан артыҡ булһа ғына мөмкин булған. Ҡыҙ бирелгән ерҙәге ҡоҙалар туғанға иҫәпләнмәй, шуға ла еңгә өсөн бирелгән ҡалымды бушҡа ебәрмәҫкә тырышып, 16-17 йәшлек егеттәргә бала-сағаһы менән 30-40 йәшлек еңгәләрен ҡатынлыҡҡа алып биргәндәр.

Һәр ырыу, аймаҡ, хатта айырым ғаиләләрҙең дә үҙ тамғаһы (инәүе), ораны, ағасы, ҡошо булған. 1955 йылда Йосоп ауылында йәшәгән Мөхөтдин бабайҙың һөйләүе буйынса, әйлеләр ҡошо - аҡҡош, ағасы – тирәк, ораны – салауат.

Ҡатай ырыуы башҡорттары легендаларында Сыңғыҙхан беҙгә ер генә түгел, ә оран. тамға, ағас һәм ҡош бирҙе тиелә.

Ырыуҙар араһында ер, һыу, урман өсөн бәхәстәр булдырмау маҡсаты менән сиктәрҙең билдәле урындарында маяҡтар ултыртҡандар, ә ул маяҡтар аҫтына, ерҙе ҡаҙып, үҙ тамғаларын һалғандар.

Хәҙер ҙә ауылдарҙа көтөүҙә йәш мал­дар, йылға-күлдәрҙә ҡаҙ-өйрәк яңылыш­маһын, береһенең бәпкәләре икенсеһенең ҡаҙҙары төркөмөнә ҡушылһа-нитһә бәхәсләшмәҫлек булһын өсөн һәр ғаилә үҙенә генә хас булған тамғаһын-билдәһен һала. Быҙау, Һарыҡ-кәзәнең ҡолаҡтарын (мөгөҙҙәренә лә һалалар), ҡаҙ-өйрәктәрҙең тәпәй ярыларын бер. ике, өс таяҡ итеп йәки буйға, арҡырыға телеү, өсмөйеш, түңгәләк, тараҡ, таған һымаҡ киҫеү менән билдәләйҙәр.

Элегерәк май айы урталарында ауыл­дан йәйләүҙәргә киткән ваҡытта тауыҡ, күркә һымаҡ йорт ҡоштары һәр кемдең үҙ йортонда, ә ҡаҙ-өйрәктәре һыу буйҙарын­да ҡала торған булған. 1958 йылда Ба­лаҡатай районы Айғыръял ауылынан 65 йәшлек Мәхмүзә апай: "Минең ҡартнәйем йәйен йәйләүҙә йәшәгән ваҡытта 7-8 көнгә бер тапҡыр ҡайтып күнәк-күнәк тауыҡ-күркә йомортҡаларын йыйып алып китәбеҙ, ә ҡаҙ-өйрәктәребеҙҙе көҙөн ауылға ҡайтҡас, тәпәйҙәренә һалынған тамғалары - инәүҙәре буйынса күл-йылға буйынан эҙләп алып һуя торғайныҡ тип һөйләй торғайны», — тип хәтерләй.

Мәсетлелә тамға — тараҡ, ҡаҙаяҡ, даға, һәнәк. Арыйҙа — һүмес, өпәйҙәрҙә — ырғаҡ, күҙәйҙәрҙә — тырма; Бурансыла Мәнан аймағыныҡы — түңгәләк, Һағынбайҙарҙыҡы — һүмес тамға булған, тиҙәр.