Беҙ - Әйлеләр!

Һеҙҙең иғтибарығыҙға 1994 йылда "Башҡортостан" гәзитендә донъя күргән "Әйле ырыуы аймаҡтары" мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ. Мәҡәләнең авторы Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы Абдуллина-Мирхәева оҙаҡ йылдар Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә география фәнен уҡытты, мәктәптең крайҙы өйрәнеү музейын етәкләне. Ул эшләгән дәүерҙә музей бик күп тарихи ҡомартҡыларға байыны, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаны. Артабан уҡы ...

Дыуан-Мәсетле ауылы биләмәһендә йәшәүсе Дыуан ырыуы башҡорттарының шәжәрәһе

18-се быуаттан башлап Ҡылысбай нәҫеленең шәжәрәһе ғәрәп графикаһында ҙур булмаған ҡағыҙ битендә төҙөлә.

20-се быуаттың 20-се йылдары башында күренекле ғалим Таһир Ғәлләм улы Байышев Дыуан-Мәсетле ауылында уҡытыусы һәм фельдшер булып эшләй. Ошо ваҡытта ул Ҡылысбай һәм Батыр шәжәрәләрен ентекләп өйрәнә, шул йылдарҙа йәшәгән ир затынан булған кешеләрҙе шәжәрәгә индерә.

50-се йылдарҙа, Өфөлә йәшәгән дәүерендә, Байышев шәжәрәне кириллица графикаһына күсереп ҡайтанан яҙа һәм Дыуан-Мәсетле ауылы халҡына бүләк итә.

Оло быуын кешеләре беҙҙең аранан киткән һайын ауыл халҡында ауылдың тарихы, кешеләре тураһында иҫтәлектәр ҙә мәңгелеккә юйыла бара.

Әлеге ваҡытта беҙ һеҙгә Дыуан-Мәсетле ауылы биләмәһандә йәшәүселәрҙең ете шәжәрәһен генә тәҡдим итә алабыҙ. Шәжәрәләрҙең күпселеген тарих уҡытыусыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Ишбулатов Дим Ҡотдос улы әҙерләп бирҙе. Яуыш нәҫеленең шәжәрәһен Фәтхетдинова Вәсилә Ғабдулхаҡ ҡыҙы әҙерләне.

I. Ҡылысбай нәҫеленең шәжәрәһе. Аҙнабаевтар, Байрамғоловтар, Ғаббасовтар, Ғәниевтар, Ғилемхановтар, Ғилмановтар, Ибраһимовтар, Исмәғиловтар, Ишбулатовтар, Йосоповтар, Камаловтар, Ҡадырбаевтар, Миндиәхмәтовтар, Моратшиндар, Мөхәмәтуллиндар, Мусиндар, Ниязовтар, Фәрхитовтар, Хановтар, Хәсәновтар, Хәтмуллиндар, Шәриповтар, Әхәтовтар, Әхмәтшиндар һ.б.

II Батыр нәҫеленең шәжәрәһе. Биковтар, Нуриәхмәтовтар, Нурыевтар, Әхмәтйәновтар, Яхиндар һ.б.

III Бурансы нәҫеленең шәжәрәһе. Бикмөхәмәтовтар, Биковтар, Ғәлимовтар, Моратовтар, Сиражетдиновтар, Ханнановтар һ.б.

IV Ғөбәйҙулла нәҫеленең шәжәрәһе. Бәҙретдиновтар, Йомаҙиловтар, Нәжметдиновтар, Хафизовтар, Әхмәҙиевтар һ.б.

V Һөйәрғол нәҫеленең шәжәрәһе. Аллаяровтар, Камаловтар, Һаҙыевтар һ.б.

VI Яуыш нәҫеленең шәжәрәһе. Абдрахмановтар, Вәхитовтар, Ҡлысбаевтар һ.б.

VII Шәңгәрәй нәҫеленең шәжәрәһе. Фазыловтар һ.б.

VIII Абдуллиндар һәм Вәлиевтар шәжәрәһе.

Был биттәр даими үҙгәрештәр индереү өсөн асыҡ. Кемдә Дыуан-Мәсетле ауылы биләмәһендә (уға Дыуан-Мәсетле, Йыланыш, Ғүмәр, Ҡаранай, Бурансы һәм Туҡбай ауылдары инә) йәшәүселәрҙең шәжәрәһе бар, йәки булһа тәҡдим ителгән шәжәрәләргә үҙгәреш индерергә иҫәбе бар, шәжәрәләрҙе сайтҡа ҡуйған Дәүләтбирҙин Таһир Сәлихйән улына мөрәжәғәт итегеҙ. Мөрәжәғәттәрҙе dtagirs@yandex.ru, dtagirs@mail.ru электрон почтаһы аша, "Одноклассники", "В контакте" аша еткерергә мөмкин.