Ошо шәжәрәне беҙҙең быуынға еткергән башҡорт халҡының мәшһүр улы
Таһир Байышевтың яҡты иҫтәлегенә арнала

Шәжәрәнең төп битенә ҡайтыу

Дыуан-Мәсетле һәм Ғүмәр ауылдарында йәшәүсе Ҡылысбай нәҫеленең шәжәрәһе


Шәжәрәлә беренсе билдәле быуын булып Ҡарамыш тора. Быуындар рим нумерацияһында бирелгән. 4-се быуын Ҡылысбайҙың 4 улы булып, шуларҙың шәжәрәләре айырым биттәрҙә урын алған. Быуын эсендәге нумерацияла беренсе һан кешенең был шәжәрәләге тәртип һаны, икенсе һан - алдағы быуын кешеһенең (атаның йәки әсәнең) тәртип һаны.

Шәжәрә тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте 2016 йылда Өфөлә баҫылып сыҡҡан "История башкирских родов. ДУВАН" исемле китаптан табырһығыҙ.

Был биттең авторы менән бәйләнешкә dtagirs@yandex.ru электрон почта адресы аша инергә мөмкин.

I
1. Ҡарамыш - 1550 йылдар тирәһе

II
2.1. Сүнсәләй - 1580 йылдар тирәһе, уның 6 улы булған. Аҡбулат нәҫеле генә билдәле.

III
3.2 Аҡбай, Ясин, Иҫәнбай ауылдарына нигеҙ һалған.
4.2 Аҡбулат, Дыуан-Мәсетле, Ғүмәр ауылдарына нигеҙ һалған.
5.2 Бикбулат, Бурансы ауылына нигеҙ һалған.
6.2 Тимербулат, Ҡаранай, Туҡбай, Әпшән ауылдарына нигеҙ һалған.
7.2 Кинйәбулат, Исмәғил (икенсе исеме Үгеҙ) ауылына нигеҙ һалған.
8.2 Бирҙекәй, Йосоп ауылына нигеҙ һалған.

IV
9.4 Ураҙ - 1640 йылдар тирәһе

V
10.9 Ҡылысбай - 1670 йылдар тирәһе, уның 4 улы булған.

VI
11.10 Ғүмәр - 4 ул.
12.10 Сәтей - 3 ул.
13.10 Хәбибулла - 4 ул.
14.10 Мөхәмәтшәриф - 2 ул.

VII-се быуындан башлап нәҫелдәр шәжәрәһе айырым биттәрҙә:

Ғүмәр нәҫеле: Ғәниевтар, Байрамғоловтар, Фәрхитовтар, Миндиәхмәтовтар һ.б.

Сәтей нәҫеле: Хәсәновтар, Ниязовтар, Ибраһимовтар, Әхәтовтар, Исмәғиловтар, Моратшиндар, Ғаббасовтар, Йосоповтар, Мөхәмәтуллиндар, Ишбулатовтар (Яңыл) һ.б.

Хәбибулла нәҫеле: Әхмәтшиндар, Мусиндар, Хановтар, Шәриповтар, Әхтәмовтар (Рәсимә), Хөснуллиндар (Хәмзә) һ.б.

Мөхәмәтшәриф нәҫеле: Аҙнабаевтар, Ғилмановтар, Камаловтар, Ҡәҙербаевтар, Хәтмуллиндар, Ғилемхановтар һ.б.

Шәжәрәнең төп битенә ҡайтыу